Башҡорт теле – иманлы тел
09.12.2021 |
|
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы 14 декабрь – башҡорт теле көнө тип иғлан ителгәйне. Шул уңайҙан йыл да төрлө тематикаға башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү буйынса матур саралар ойошторола. Быйылғы йылда М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл айҡанлы, 7 декабрҙән 14 декабргә тиклем һәр көн бер нәсихәттең төшөнсәһен асып биреүгә йүнәлгән.
Беренсе көндөң девизы «Башҡорт теле – иманлы тел» тип аталды. Башҡорт теле дәрестәрендә, класс сәғәттәрендә уҡыусылар «Иманлы кеше ниндәй була ?» тигән һорауға үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Иманлы кешенең, фәһемле, тәртипле, оло йөрәкле булыуы тураһында әңгәмә алып барылды. Аҡмулланың ижадына бағышланған «Akmulla world challenge «халыҡ-ара видео-марафонда ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ 7 декабрь көнө лицейыбыҙҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада үтте. Олимпиадала ҡатнашырға теләк белдергән балаларҙың йылдан йыл күбәйеүе ҡыуандыра.