Өфө ҡалаһында тәүге Һабантуй
15.05.2023 |
|
Республикала тәүгеләрҙән булып, 2023 йылдың 15 майында Өфө ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында «Һабантуй — 2023» байрамы гөрләп үтте.
Һабантуй – башҡорттарҙың иң яратҡан байрамдарының береһе. Әлбиттә, милли байрамды халҡыбыҙҙың айырылғыһыҙ атрибутына әйләнгән тирмәһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Матур итеп биҙәлгән тирмә байрамға ҡот һәм йәм өҫтәп балҡып ултырҙы. Унда төрлө йыһаз, көнкүреш әйберҙәре, башҡорт халҡының кәсептәре һәм кейемдәре сағылдырылды. Тирмә тирәһенән кеше өҙөлмәне лә тийәрлек.
Һабантуйҙа әүҙем ял яратыусыларға ла күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ ине: байрамда төрлө уйындар, спорт ярыштары, башҡорт милли бейеүе, кейеме һәм йолалары менән бәйле ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Уҡыусыларға төрлө сараларҙа ҡатнашҡан өсөн махсус жетондар алып, уларҙы бүләккә алыштырыу мөмкинселеге бирелде. Өҫтәүенә, бөтә байрам төрлө класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан башҡарылған күңелле концерт менән оҙатылды.
Байрамға теләктәшлек белдереп, абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде. Улар араһында Өфө ҡалаһының Октябрь районы Хакимиәте Башлығының урынбаҫары Одинцова Алена Михайловна, Октябрь районы Хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Адуллина Гүзәл Мәснәүи ҡыҙы һәм «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Янбаева Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы булды.
Һабантуй байрамы бик сағыу һәм күңелле үтте. Бөтәһендә лә шатлыҡлы тәҫьораттар ҡалдырҙы.