Home
» Uncategorized » Милли кейем көнө
Милли кейем көнө
| 12.09.2025 |
|
Бөгөн 136-сы Башҡорт лицейында сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ Милли кейем көнө үтте! 1-8 класс уҡыусылары был сарала ҙур теләк менән ҡатнашты. Башланғыс кластар беҙҙе үҙҙәренең концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы, ижади һәләттәрен күрһәтте. Ә инде 5-8 кластар үҙҙәренең костюмдары тураһында һөйләне, традицион кейемдәрҙең тарихы һәм әһәмиәте менән уртаҡлашты. Был ваҡиға бай мәҙәни мираҫ менән танышыу һәм милли традицияларҙы яҡлау өсөн бик яҡшы мөмкинселек булды.



































